Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 10:11

Башҡортостанда 20 йәшлек Алик Мердияновҡа махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн Суворов миҙалы тапшырылды

Вилдан Ситдиҡов/vk.com
Фото:Вилдан Ситдиҡов/vk.com

Нуриман районы хакимиәтендә муниципалитет башлығы Вилдан Ситдиҡов 20 йәшлек ефрейтор Алик Мердияновҡа дәүләт наградаһын – Суворов миҙалын тапшырҙы.

Яҡташыбыҙ Үкәрле ауылында тыуған. Ришат Исмәғилев исемендәге Байгилде ауылы лицейын тамамлаған, иретеп йәбештереүсе һөнәре алған. 2020 йылда армияға саҡырылған, һуңынан контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалған.

28 февралдән 23 майға тиклем Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, граната тейеп яраланған, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына геройҙың әсәһе Миләүшә Ғәфиәт ҡыҙы. Күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән: яраланған дүрт иптәшен яу яланынан һөйрәп алып сығып, уларҙың ғүмерен ҡотҡарған.

Хәҙер инде Алик Мердиянов, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафын ҡалдырып, һаулығы ҡаҡшаған әсәһен ҡарау өсөн Башҡортостанға ҡайтҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-12/20-letnemu-aliku-merdiyanovu-iz-bashkirii-za-proyavlennoe-na-svo-muzhestvo-vruchili-medal-suvorova-2945537

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: