16:35 (UTC+5), 05 Августа 2022

Урал Килсенбаев: Башҡортостан үҙенең яугирҙәре менән ғорурлана

Фото: Валерий Шахов
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡорт батальондары составына республиканың иң яҡшы яугирҙәре инде. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙе лә быға инанды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһенә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы. Республика етәксеһе тактик, ут һәм махсус әҙерлек күнекмәләрендә булды, яугирҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, улар менән аралашты һәм махсус хәрби операция бурыстарын башҡарғанда уңыштар теләне, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Делегация составында Шайморатов батальонының шәхси составы менән осрашҡан Урал Килсенбаев «Башинформ» хәбәрсеһенә республика үҙенең яугирҙәре менән ғорурланыуын әйтте. Радий Хәбировтың «Беҙҙең егеттәр нисек?» тигән һорауына командирҙар һәм кураторҙар бер тауыштан уларҙың яҡшы әҙерлекле булыуын билдәләне, тине ул.

Уның әйтеүенсә, хәрби хәрәкәттәр зонаһында хеҙмәт итеү тураһында ҡарар – яугирҙәрҙең нәҡ үҙҙәренең теләге, егеттәр әҙерлек осоронда ла ғариза яҙып, өйҙәренә ҡайтып китергә мөмкин.

«Беҙ уларҙың ниндәй еңел булмаған ҡарар ҡабул иткәнен һәм эске торошон аңлайбыҙ», – тине Урал Килсенбаев.

Әммә яугирҙәр легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» тигән девизына тоғро ҡала. Республика етәкселеге яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә йыйына. Яҡын арала Башҡортостан етәкселеге Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хәрби әҙерлек үткән урынға бара, тип өҫтәне Урал Килсенбаев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-05/ural-kilsenbaev-bashkiriya-gorditsya-svoimi-voinami-2899556

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика