
3 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек үткән урынына барҙы. Республика етәксеһе яугирҙәр менән аралашты һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын башҡарғанда уңыштар теләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, подразделениены оҙатыу тантанаһы июль башында Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» хәрби-патриотик паркында уҙҙы.
Башҡортостан Башлығы яугирҙәрҙең тактик күнекмәләрен ҡараны, йәшәү шарттары менән танышты, шулай уҡ уларға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
«Һеҙ бында бер айға яҡын һәм тиҙҙән әҙерлекте тамамларһығыҙ. Күреүебеҙсә, эш бик етди бара. Бында профессиональ белгестәр-командирҙар, хәрби шарттар булдырылған, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән осрашыу, ниндәй теләктәрегеҙҙең барлығын белеү беҙҙең өсөн бик мөһим ине».
Аралашҡан ваҡытта батальон яугирҙәре Башҡортостан Башлығынан үҙҙәренең ғаиләләренә ярҙам итеүен һораны.
«Был минең бурысым һәм яуаплылығым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам күрһәтербеҙ, һеҙҙең ҡайтҡанды бергәләп көтөрбөҙ».
Бынан тыш, хәрбиҙәр махсус операция тамамланғандан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды тарҡатмаҫҡа тәҡдим итте.
«Ҡыҙыҡлы башланғыс, тәҡдимегеҙ тураһында мотлаҡ уйлашырбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республикала шулай уҡ Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны ойошторолдо. Июлдә был батальон да хәрби әҙерлек үтергә юлланды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.