Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Благовещенды 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары рейтингында лидер булыуы менән ҡотланы.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, эксперттар Благовещенда эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен билдәләй. Бынан тыш, һорау алыу һөҙөмтәләре халыҡтың муниципалитет етәкселегенә ышаныуын күрһәтте.