Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 15:32

Радий Хәбиров: Бөрө районындағы «Mia Terra» глэмпингы кеүек урындар беҙҙә күберәк булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан «Mia Terra» глэмпингы менән танышты.

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Быйыл июндә шәхси эшҡыуар Елена Классен-Морилова элекке «Башҡортостан Артегы» шифахана-һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә «Mia Terra» глэмпингын асҡан.

Бөрө районы йәмле Шәмсетдин күле буйында урынлашҡан глэмпинг туғыҙ комфортлы кемпингтан тора. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө районы буйлап эш сәфәре барышында яңы ял базаһының эше менән танышты.

Республика Башлығы эшҡыуар менән глэмпингты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Уның һүҙҙәренсә, йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн 8 бүлмәлек ҡунаҡхана асыу ниәте бар, хәҙер шуның өсөн капиталь бинала төҙөкләндереү эштәре бара.

«Бында уңайлы шарттар булдырылған, күңел һалып эшләгәндәре күренеп тора. Туристар өсөн ошондай шарттар тыуҙыра алғанығыҙ маҡтауға лайыҡ! Тәбиғәт тә матур, республикала ошондай ял итеү урындары күберәк булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: