14:51 (UTC+5), 08 Июля 2022

Башҡортостанда йәшәүселәргә Доставалов исемендәге икенсе башҡорт батальонына нисек эләгергә

А. Доставалов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны флагы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Геройы Александр Доставалов исемендәге икенсе башҡорт мотоуҡсылар батальонына ирекмәндәр йыйыу башланды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уны ойоштороу башланғысы менән ветеран десантсылар сығыш яһағайны.

Бының өсөн тәүҙә йәшәгән йәки теркәлгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар ҡабул ителә башлаған да инде. Шарттар буйынса, батальонға хәрби тәжрибәһе булған йәки хеҙмәт иткәндән һуң запасҡа сыҡҡан, хөкөмгә тарттырылмаған, һаулығы, физик әҙерлеге яҡшы, психологик яҡтан тотороҡло 50 йәшкәсә ир-егеттәр саҡырыла. Һайлап алынған хәрбиҙәр менән Рәсәйҙең Оборона министрлығы килешеү төҙөй. Ирекмәндәргә түләүҙәр һәм льготалар ҡаралған. Федераль түләүҙәрҙән тыш, республика уларға контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 000 һум һәм тәүлегенә 2000 һум түләй.

6 июлдә Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонын оҙатыу тантанаһы үтте. Әле яугирҙәр Ырымбур өлкәһендә, аҙаҡ махсус хәрби операция зонаһына юллана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-08/kak-zhitelyam-bashkirii-vstupit-vo-vtoroy-bashkirskiy-batalon-imeni-dostavalova-2867880

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика