
Бөгөн «Патриот» паркында Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды оҙатыу сараһы үтте. Уны ойоштороу башланғысын хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары тәҡдим итте. Яҡташтарыбыҙҙы бер хәрби сафҡа йыйыу идеяһын башҡа ветерандар, патриот-йәмәғәтселәр һәм Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөргә йыйынған ирекмәндәр күтәреп алды.
«Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар!
Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. 80 йылдан ашыу элек Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы тапшырылған. Бөгөн беҙҙең егеттәр йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға китә.
Донбасс менән беҙҙе тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй. Оҙаҡ йылдар беҙ шунда йәшәгән халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Бөгөн беҙҙең табиптар, төҙөүселәр һәм ирекмәндәр унда эшләй. Әммә уларға хәрби ярҙам да кәрәк. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең янығыҙҙа булырбыҙ, һеҙгә ярҙам күрһәтербеҙ. Республика һеҙҙе көтә. Еңеү менән ҡайтығыҙ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәре булыуҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен онотмағыҙ. Хәйерле сәғәттә!», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, батальон яугирҙәре алдында сығыш яһап.
Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, батальонға алынғандарҙың барыһы ла ҡыйыу аҙым яһаған.
«Һеҙ ышаныслы, дуҫ коллектив булып ҡалырһығыҙ тип ышанам. Уңышлы хәрби әҙерлек үтеүегеҙҙе һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуығыҙҙы теләйем», – тине хәрби комиссар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.