Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика халҡын илдә пионер хәрәкәте ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ҡотланы.
Айбулат Хажин үҙе пионер булған осор тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.
Министр һүҙҙәренсә, Башҡортостандың заманса белем биреү ойошмалары йәштәрҙе тәрбиәләү эшен уңышлы алып бара.