Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 13:18

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға була

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Рәсәй граждандары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында квитанцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. Быны 2022 йылда ғәмәлгә ашыра башлау планлаштырыла, тип белдерҙе төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ересько.

«Хәҙерге ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанцияларын ҡағыҙҙа ғына түгел, электрон форматта ла алырға мөмкин. Электрон квитанцияны дәүләт мәғлүмәт системаһында күрергә була. Быйыл иҫәпләнгән сумма хаҡында мәғлүмәттәрҙе граждандарҙың Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына ебәреү планлаштырыла», — тине Ересько.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-17/shkolnikov-v-bashkirii-zhdut-puteshestviya-po-respublike-2806952

Читайте нас: