Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров, Башҡортостан Башлығының Хоҡуҡ институты студенттары менән осрашыуын асып, Радий Хәбиров ҡатнашлығында ошо уҡыу йортоноң үҫеше өсөн байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе 14 йыл Хоҡуҡ институтында эшләгән, унда ул кафедра ассистентынан алып директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, студенттар менән ошондай осрашыу уҙғарыу – уның шәхси инициативаһы, ул 14 йыл ғүмерен юғары мәктәпкә арнаған, хәйер, һуңғы тиҫтә йылдарҙа күп нәмәләр үҙгәргән.
Радий Хәбиров институт биләмәһе буйлап экскурсия ваҡытында күп традицияларҙың һаҡланып ҡалыныуына иғтибар итте.
«Үҙебеҙҙең сәскә түтәлен йәки үҙем эшләгән осорҙа төҙөлгән футбол майҙансығын күргәс, рәхәт булды. Әлбиттә, беҙ Хоҡуҡ институтына инфраструктураны яҡшыртырға ярҙам итербеҙ».