Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 10:21

Рәсәйҙә туристик кешбэк программаһы 15 апрелгә тиклем оҙайтылды

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Рәсәй Хөкүмәте туристик кешбэк программаһын 15 апрелгә тиклем оҙайтты. Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында отчет доклады менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.

Өҫтәмә ваҡытта программаның мөмкинлектәре менән кәмендә 1,5 миллион кеше файҙаланыр тип күҙаллана. 2022 йылдың 30 июненә ҡәҙәр, шул иҫәптән май байрамдарында ла сәйәхәткә юлланырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда был программала 8 шифахана, 20-нән ашыу ҡунаҡхана һәм ял базаһы, 5 төбәк туроператоры ҡатнаша. Март айында республика 2022 йылда туристик кешбэк программаһы буйынса ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң популяр өс төбәге иҫәбенә инде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-10/programmu-turisticheskogo-keshbeka-v-rossii-prodlili-do-15-aprelya-2763664

Читайте нас: