Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 14:04

18 апрелдән республика райондары буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлға сыға

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

18 апрелдә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған «Сәләмәтлек поезы» акцияһы башлана. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә муниципалитет башлыҡтарына райондарға килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә шарттар булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

«Улар урынлашып, халыҡты ташыуҙы ойоштора алһын өсөн, сөнки табиптар бөтә ауылдарҙа йәшәүселәрҙе тикшерә, — тине республика етәксеһе. — «Сәләмәтлек поездары»ның һөҙөмтәһе бар. Был эште дауам итергә кәрәк».

Республика етәксеһе табиптар үҙ эшен тамамлағас, улар менән осрашып, башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтергә теләүе хаҡында белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-11/poezda-zdorovya-otpravyatsya-po-rayonam-bashkirii-s-18-aprelya-2764415

Читайте нас: