Бөгөн, 5 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең төп офисында булды, күп функциялы үҙәктең эше менән танышты һәм хеҙмәткәрҙәрҙе яҡынлашып килгән 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Республика етәксеһе граждандарҙы ҡабул итеү, беренсел консультация һәм дәүләт хеҙмәттәре зоналарын, бизнес-зонаны, операция залын, контакт-үҙәкте, шулай уҡ криптобиокабинаны ҡараны. Унда программа-техник комплексын ҡулланып, биометрик сит ил паспорттары бирелә. Криптобиокабиналар – «Ростелеком»дың һәм Ростех дәүләт корпорацияһының партнерлыҡ проекты. Тышҡы яҡтан ул үҙаллы фото төшөрөргә мөмкин булған ғәҙәти фотокабинаны хәтерләтә. Был аппаратура ғариза биреүсенең биометрик мәғлүмәттәрен теркәргә мөмкинлек бирә. Республиканың дәүләт учреждениеһы директоры Наталья Куприянова һүҙҙәренсә, һанлы фотокамеранан тыш, кабинала күләгәһеҙ яҡтыртыу системаһы, бармаҡ эҙҙәре сканеры, документтар сканеры, штрихкодты тикшереүсе, яңы быуын паспорттары микросхемаларын тикшереүсе бар. Граждандарҙың биометрик мәғлүмәттәре ышаныслы криптографик һаҡ аҫтында. Республикала ошондай 12 криптобиокабина бар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре селтәре 76 офистан һәм 440 территориаль айырым бүлектәрҙән тора. Республика халҡының 99,32% «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә, Өфөлә был күрһәткес — 100 процент. Күп функциялы үҙәктә хеҙмәттәрҙең өс меңдән ашыу төрөн алырға мөмкин. Башҡортостан күп функциялы үҙәк офистары һәм тәҙрәләре һаны буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында бишенсе урынды биләй.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-05/radiy-habirov-posetil-tsentralnyy-ofis-mfts-v-ufe-i-pozdravil-ego-sotrudnits-s-zhenskim-prazdnikom-2716271