Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.09
+0.11
83.76
+0.28
78.69
+0.09
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 10:06

Баш ҡалала йөк машиналары өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 14 ғинуарҙа Өфө хакимиәте урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем Өфө-Аэропорт, Өфө-Шакша-КПМ, Өфө-Жилин, Өфө-Бөрө тракты, Өфө-Затон-КПМ автомобиль юлдары йүнәлешендә ваҡытлыса йөк транспорттарына инеүҙе сикләй.

Бынан алда республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы 14-16 ғинуарҙа һауа торошоноң үҙгәреүе тураһында хәбәр иткәйне. Был осорҙа ҡар яуыуы һәм буран сығыуы  көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-14/v-ufe-vveli-vremennoe-ogranichenie-na-v-ezd-bolshegruzam-2653645

Читайте нас в