Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты майҙансығында Һанлы медицина институты асылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты әүҙем үҫешә, яҡшы белгестәр әҙерләй. Юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк-2030» программаһында уңышҡа өлгәште, халыҡ-ара рейтингтарҙа алдынғы позицияларҙы биләй. Сит илдәрҙең танылыу яулаған фәнни һәм белем биреү үҙәктәре менән берлектәге ғилми проекттарҙы үҫтерә, яңы перспективалы һөнәрҙәр аса.
«Былтыр Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге Башҡорт дәүләт медицина университеты составына инде. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын тапшырыу тамамлана. Шул рәүешле республикабыҙҙа ҡеүәтле офтальмология кластерын булдырырбыҙ. Был халыҡ, тармаҡ, медицина фәнен һәм практиканы үҫтереү өсөн бик мөһим ваҡиға булыр. Үҙебеҙҙең яҡтан медицина университетына ошо башланғыстарында ярҙам итәбеҙ. Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм бөтә халыҡҡа именлек, һаулыҡ теләйем!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-10/v-ufe-pri-bashkirskom-meduniversitete-otkrylsya-institut-tsifrovoy-meditsiny-2648601