Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.5
+1.03
93.39
+1.14
64.05
-0.32
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2021, 14:43

Республикала 18 мәктәп карантинда

77 мәктәп өлөшләтә карантинға ябылған.

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Башҡортостанда 18 мәктәп киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса карантинда.

Ә 77 мәктәптә — өлөшләтә карантин, 904 класта ОРВИ һәм грипп буйынса карантин индерелгән.

Ошо хаҡта 13 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.

Ведомство етәксеһе коронавирус йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен билдәләне, ләкин 7-14 йәшлектәр араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләү осраҡтары арта.

Шулай уҡ ул хеҙмәткәрҙәр һәм пенсионерҙар араһында коронавирус менән ауырыусыларҙың күбәйеүе хаҡында белдерҙе.

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: