Килешеү видео- һәм аудиоконтент: мәғлүмәт репортаждары, документаль проекттар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Белоруссия телерадиокомпанияһы — ете телеканалды, биш радиостанцияны һәм биш өлкә телерадиокомпанияһын берләштергән дәүләт медиахолдингы. Белоруссия холдингының киң мәғлүмәт саралары туғыҙ телдә һөйләй. Башҡортостандың төп телеканалы өсөн был сит ил телевидениелары менән тәүге килешеү түгел. Бынан алдараҡ халыҡ-ара консорциумдар сиктәрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Франция, Япония һәм Көньяҡ Корея телекомпаниялары менән партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырғайны.
«Беренсенән, Рәсәйҙә илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү беҙҙең өсөн бик мөһим. Икенсенән, Рәсәйҙең федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары менән бергә берҙәм мәғлүмәт сәйәсәте алып барырға тейешбеҙ», — тип иҫәпләй Беларусь Республикаһының Милли телерадиокомпанияһы рәйесе Иван Эйсмонт.