Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 13:12

Хәйбулла районында заманса кинозал асылды

Кинозал И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының тамашалар залында урынлашҡан, ул 50 урынға иҫәпләнгән.

Быға тиклем район халҡына премьера фильмдарын ҡарау өсөн 100 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Сибай, Ырымбур өлкәһенең Гай һәм Орск ҡалаларына йөрөргә тура килде. Яңы кинозал – Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларын кинофикациялау программаһы буйынса «Мәҙәниәт» милли проектының Кино фонды конкурсында яуланған еңеү һөҙөмтәһе. Яңы кинозалды яңыртыуҙың һәм асыуҙың төп маҡсаты – милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу.

Кино фонды, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында заманса киноҡорамалдар: 2D һәм 3D эффектлы экран, лазер проектор ҡорамалы, тауыш системаһы, уңайлы креслолар һатып алынды. Ҡорамалдарҙы «Крисберг» компанияһы урынлаштырҙы. Хәҙер был заманса кинозалда тамашасыларҙың илебеҙ һәм сит ил кинематографияһының иң яҡшы фильмдарын ҡарау, ғаилә менән ял итеүҙе лә ҡыҙыҡлы итеп үткәреү мөмкинлеге бар.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Аҡъяр ауылы халҡын ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы.

Яңыртылған кинозалға тәүгеләрҙән булып балалар килде. Уларға «Айыу балаһы Бамси һәм Аждаһа» тигән анимация фильмын күрһәттеләр.

Бындай кимәлдәге кинотеатрҙар тораҡ пункттарҙа ҙур уңыш менән файҙалана. Яңыраҡ Благовар районында яңы кинозал асылды, тиҙҙән Бүздәк ауылында ла асылырға тейеш.  

Яңы кинозалдың репертуар планын Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тормошҡа ашыра. Унда илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән, шулай уҡ Башҡортостан кинематографистарының фильмдарын күрһәтеү күҙаллана.

Читайте нас: