7 декабргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тәүлек эсендә 26 кеше коронавирустан донъя ҡуйған. 96 пациенттың хәле ауыр, 10-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ята.
Вирус йоҡтороуҙың 624 яңы осрағы теркәлгән, сирлеләрҙең дөйөм һаны 110 906-ға еткән. Стационарҙа — 453 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 297 кеше. Амбулатор шарттарҙа 6828, шул иҫәптән 60 йәште үткән 4622 ауырыу дауалана.
Коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны — 3790. Уларҙың 3401-е — 60 йәштән өлкән.
7 декабргә ҡарата, бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осраҡтары 61-гә артҡан. Ә 75 пациент пневмониянан һауығып сыҡҡан.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, республикала 1,8 миллиондан ашыу кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан.