Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 10:41

Башҡортостанда ҡышҡы мәктәп каникулдарын оҙайтыуҙары мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл киҫкенләшһә, ҡышҡы мәктәп каникулдарын оҙайтыу ихтималлығы тураһында белдерҙе.

«Уҡыусылар күпләп сирләһә (хәҙер бит грипп башланып тора), ул саҡта, бәлки, каникулдарҙы тағы бер аҙнаға оҙайтырбыҙ. Көҙгө каникулда шулай эшләгәйнек, был бик ыңғай һөҙөмтә бирә», — тине республика етәксеһе «РИА Новости» агентлығына.

Башҡортостанда Яңы йылға яңы локдаун көтөлмәй, тине ул. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әле республикала баланслы сикләү саралары ғәмәлдә.

 

Читайте нас: