Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2021, 16:46

Башҡортостанда «Ҡара генерал» Даян Мурзинға бюст асылды

Тантаналы сара 2 декабрҙә Кушнаренко ауылында үтте. Һәйкәлдең авторы — Илдус Зарипов.

Даян Мурзин илһөйәрлектең сағыу өлгөһө булып тора. Бөйөк Ватан һуғышында легендар разведчик, Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Ватан һуғышы орденының тулы кавалеры 1937-1939 йылдарҙа Кушнаренко педагогия колледжында (ул саҡта Кушнаренко педагогия училищеһы) уҡыған һәм тормошҡа юллама алған. Һуғыш башланғас, ул, бөтәһе кеүек, тыуған илен һаҡлау өсөн фронтҡа киткән. Ҡыйыулығы, хәйләкәрлеге өсөн уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр, ул Гитлерҙың шәхси дошманы булған.

«Бюст эшләү идеяһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер Кушнаренко ауылы халҡы балаларына, районыбыҙ ҡунаҡтарына ошо ваҡиға тураһында ғорурланып һөйләй ала, сөнки бөгөнгө эшебеҙ — үткәнебеҙгә хөрмәт билдәһе», — тип хәбәр иттеләр Кушнаренко районы хакимиәтенән.

Бюст асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, бюст төҙөү инициаторы Илдар Дәүләтов, скульптор Илдус Закиров, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, бер туғанының улы Роберт Мурзин, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы, Бөтә донъя татарҙары конгресының милли советы вәкилдәре, Баҡалы районы делегацияһы, Кушнаренко районының «көмөш» ирекмәндәре ҡатнашты. Бюсты асыу хоҡуғы Рөстәм Әхмәҙинуров менән Альбина Мурзинаға бирелде. Һуңынан тантанала ҡатнашыусылар Даян Мурзин бюсына сәскәләр һалды. Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре концерт программаһы әҙерләгәйне.

«Илдар Дәүләтов һәм Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина етәкселегендә «Атайсал» проекты һәм «Тарихи хәтер» партия проекты сиктәрендә илдә тәүге һәйкәл — Бөйөк Ватан һуғышының халыҡ геройы, «ҡара генерал» Даян Баян улы Мурзинға бюст астыҡ, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров. — Даян Мурзин — үҙенсәлекле герой. Беҙҙең Джеймс Бонд. Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән! Олпатыраҡ күренеү өсөн ул 23 йәшендә ҡара һаҡал йөрөткән, дошмандарҙың ҡотон алған: дошман тылында 600 партизандан торған отряды менән 20 күперҙе шартлатҡан, 60 эшелонды, 18 самолетты һәм 4 000 фашисты юҡ иткән! Шуға ла уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр. Үҙенең ҡаһарманлығы хөрмәтенә Чехияның 16 ҡалаһының почетлы гражданины исеменә лайыҡ булған, Злин ҡалаһының төп майҙанына уның исеме бирелгән».

Һәйкәлде асыу тантанаһында Даян Мурзинға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыя башларға хәл ителде.

Читайте нас: