Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 15:45

15 декабрҙән Рәсәй фильмдары сеанстарына «Пушкин картаһы» менән түләргә мөмкин

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Фото:Башҡортостандың мәҙәни донъяһы

Владимир Путин Хөкүмәткә ике аҙна эсендә, йәғни 15 декабргә тиклем, илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙың сеанстарына «Пушкин картаһы» менән түләү мөмкинлеген тәьмин итергә ҡушты. Бойороҡ Кремль сайтында баҫылған.

Алдан хәбәр ителгәнсә, «Пушкин картаһы»н 14-22 йәшлектәр алырға хоҡуҡлы. Быны раҫланған иҫәп яҙмаһы менән Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә мөмкин. Быйылғы лимит – 3000 һум, киләһе йылда иһә 5000 һум. Әлегә аҡсаны махсус афишалағы күргәҙмәләр, музейҙар һәм башҡа мәҙәни саралар өсөн тотонорға була.

Автор:Станислав Шахов
Читайте нас: