Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.3
+0.45
94.78
+0.52
65.64
-1.35
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 10:19

Рәсәй президенты коронавирустан прививканы ҡабаттан эшләтте

Владимир Путин «Спутник Лайт» вакцинаһын ҡаҙатты.

RIA_Kremlinpool
Фото:RIA_Kremlinpool

«Һеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың тәҡдиме менән «Спутник Лайт» прививкаһын яһаттым. Был ревакцинация тип атала», — тине дәүләт башлығы Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология үҙәге директоры урынбаҫары Денис Логунов менән осрашыуҙа.

Владимир Путин үҙен яҡшы тойоуын билдәләне.

РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй лидеры ковидтан назаль вакцинаны ҡулланыу тәжрибәһендә ҡатнашырға теләүен дә белдерҙе. Денис Логунов бының өсөн ризалыҡ ҡағыҙына ҡул ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтте. Владимир Путин кәрәкле документҡа ҡул ҡуясағын белдерҙе.

«Һөйләшеп килештек, мотлаҡ ҡул ҡуйырмын. Быны бөгөн үк эшләргә мөмкин», — тине ул.

Үткән яҙ Владимир Путин ике компонентлы «Спутник V» прививкаһын яһатҡайны.

Читайте нас: