Республиканың Журналистар союзы «Вирусты бергәләп еңәйек!» видеороликтар, мемдар һәм вайндар конкурсына йомғаҡ яһаны.
Конкурс шарттарына ярашлы, быйыл 27 июлдән 1 октябргә тиклем блогерҙар, журналистар, йәштәр, уҡыусылар, ижади коллективтар, берләшмәләр, ғөмүмән, теләгән һәр кем социаль селтәрҙә вакцинацияны хуплаған видеояҙмалар, шулай уҡ вайндар, мемдар урынлаштырҙы. Улар ошо темаға сюжеттар уйлап табып, #вирустыбергәләпеңәйек#мин вакцинацияяҡлы хештегы менән социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалды.
Махсус номинацияларҙа призлы урын яулағандарға аҡсалата бүләктәр әҙерләнде. Беренсе урын – 50 мең һум, икенсе урын – 30 мең һум, өсөнсө урын – 20 мең һум.
Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференц-холында йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы уҙҙы.
Башҡортостандың Журналистар берекмәһе рәйесе Вәдүт Исхаҡов билдәләүенсә, конкурстың маҡсаты – коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, халыҡты вакцинацияға әүҙемерәк ҡушылырға саҡырыу. Был конкурста бөтәһе 100-гә яҡын кеше ҡатнашты, тине ул.
«Вайндар» номинацияһында беренсе урынды – Салауат ҡалаһынан өй хужабикәһе Эльвира Гаврилова, икенсе урынды Айгөл Сәрсембаева алды («Юлдаш» радиоһы).
«Видеороликтар» номинацияһында беренсе урын – «Юлдаш» радиоһынан Венер Фәйзуллинға, икенсе урын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы операторы Рушан Юламановҡа тапшырылды, өсөнсө урындарҙы Ирина Вахонина («Восход» гәзите редакцияһы, Ишембай ҡалаһы), «Туймазы хәбәрҙәре» гәзите коллективы һәм Нуриман районынан психолог Анжела Алембаева бүлеште.
«Мемдар» номинацияһында беренсе урынға – Салауат ҡалаһынан Элина Ғәҙелшина, икенсе урынға Шамонин ауылынан Лилиә Мөхәмәтйәнова лайыҡ булды.