Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.19
0
94.05
0
62.73
-2.49
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2021, 14:42

Республика Башлығы Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы

Бөгөн Өфө городовойы һәйкәленә сәскә һалғандан һуң, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө телеүҙәге янында урынлашҡан полицияның стационар пунктында полицияның өлкән лейтенанттары Ольга Мөхәмәтова һәм Марсель Килсенбаев менән аралашты.

Улар республика етәксеһенә йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса 12 сәғәт дежур итергә сығыуҙарын һәм үҙҙәренең байрамын эштә ҡаршылауҙарын һөйләне.

Радий Хәбиров уларға тыныс дежурлыҡ, бәхет, һаулыҡ теләне, хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе, ә Ольга Мөхәмәтоваға Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө уңайынан сәскә гөлләмәһе бүләк итте. Ике полицейский ҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында 15 йыл эшләй.

«Башҡортостан Башлығының байрам менән ҡотларға килеүе беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Радий Фәрит улы беҙҙең исемгә йылы һүҙҙәр әйтте, хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Бөгөн сәскәләр алыу ҙа бик күңелле. Барлыҡ коллегаларыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар теләйбеҙ», – тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ольга Мөхәмәтова һәм Марсель Килсенбаев.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: