Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.38
-0.81
92.66
-0.34
66.42
-0.01
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2021, 10:39

Рәсәй тарихында йәнә милләтте берләштереү кәрәклеге килеп тыуҙы — Павел Качкаев

Дәүләт Думаһы депутаты фекеренсә, 2004 йылдан Рәсәйҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө — барлыҡ көстәрҙе берләштереү байрамы.

«Йәнә милләтте, бар халыҡты берләштереү ваҡыты етте. Халыҡтар берҙәмлеге көнө — яңы түгел, ә күптән онотолған байрам». Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ошондай фекер белдерҙе.

«Уны тәүге тапҡыр 1613 йылда, 4 ноябрҙә Мәскәүҙе поляк илбаҫарҙарынан азат итеүгә арналған байрам булдырылғас, билдәләй башлағандар. 1917 йылда большевиктар уны бөтөрөп, 7 ноябрь байрамын булдыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, был традицион байрам, уны 7 ноябргә ҡарағанда оҙағыраҡ билдәләйҙәр», — тине Павел Качкаев.

Уның фекеренсә, 2004 йылдан Рәсәйҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө — барлыҡ көстәрҙе берләштереү байрамы.

«Крәҫтиәндәр ҙә, эшселәр ҙә, башҡорттар ҙа, рустар ҙа, мариҙар ҙа, сыуаштар ҙа Минин һәм Пожарский ополчениеһына ҡушылып, Ватанды баҫҡынсыларҙан һаҡлай.  Бөгөн дә бөтә донъяға янаған хәүефте — коронавирус пандемияһын еңеү өсөн барыһына ла берләшеү мөһим», — тине Павел Качкаев.

«Хәҙер берләшергә кәрәк. Үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау — тимәк, прививка эшләтеү, әлеге ҡатмарлы осорҙа дәүләт башлығы ҡушҡан барлыҡ тәҡдимдәрҙе үтәү», — тине ул.

Депутат тышҡы агрессияны заманыбыҙҙың тағы бер хәүефе тип атаны: санкциялар, сикләүҙәр, киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан бысраҡ пиар-кампаниялар.

«Халыҡ иҫәбен алыу — ниндәй милләттән булыуың тураһында уйланыу өсөн бер сәбәп. Әсәйем — украин ҡыҙы, ә атайым Башҡортостандың Благовещен ҡалаһынан, рус милләтенән», — тине депутат.

Депутат халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ситтән тороп ҡатнашҡан, халыҡ иҫәбен алыусыға QR-кодты мессенджер аша тапшырған.

 

 

 

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: