Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.98
+1.9
94.58
+2.5
61.29
+0.23
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 15:15

Республикала Өфө мэры Өлфәт Мостафинға һәйкәл асылды

Өфө ҡалаһының элекке мэры ерләнгән Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылы зыяратында мемориаль комплекс ҡуйылды. Ул теүәл бер йыл элек, 2020 йылдың 29 октябрендә, коронавирустан вафат булды.

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Өлфәт Мостафиндың тыуған яғында һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм башҡалар ҡатнашты.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, өлкән иптәш һәм дуҫ арабыҙҙан китте: «Был ҡайғылы ваҡиғалар кисә генә булған кеүек. Мин Өлфәт Мансур улы арабыҙҙа булһын өсөн барыһын да эшләгән табиптарға йәнә ҙур рәхмәт әйткем килә. Ләкин ул беҙҙе ҡалдырып китте. Беҙ уны онотмайбыҙ, ул һәр саҡ хәтерҙә булыр. Өлфәт Мансур улы планлаштырған эштәрҙең барыһын да тормошҡа ашырһаҡ, ошо саф күңелле кеше тураһында изге хәтер шул булыр». 

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Өлфәт Мостафин башлап ебәргән эштәрҙе дауам итергә һәм аҙағынаса еткерергә вәғәҙә бирҙе: «Беҙҙең командала Өлфәт Мостафин кеүек кеше етмәй. Ләкин эштәр дауам ителер. «Ҡашҡаҙан» да, «Беренсе Май» ҙа, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү ҙә — бөтәһе лә юғары кимәлдә үткәрелер. Беҙ Һеҙҙе онотмайбыҙ, бер ҡасан да онотмаҫбыҙ». 

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков һүҙҙәренсә, Өлфәт Мостафин башлаған эштәр — бик мөһим. «Өфөнөң Өлфәт Мансур улы етәкселек иткән осорҙағы кеүек ҙур төҙөлөштө күргәне юҡ ине. Алда — баш ҡаланың 450 йыллығы. Был юбилейҙы эштәребеҙ уның тураһында хәтергә әүерелһен өсөн ҙур яуаплылыҡ менән үткәрербеҙ», — тине ул.

Тантанала ҡатнашҡандарҙың күбеһе баш ҡаланың элекке мэрының кешелекле, киң күңелле һәм профессиналль булыуын билдәләп үтте.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Өлфәт Мостафиндың үлеме Өфө һәм республика , уның туғандары һәм яҡындары өсөн ҙур юғалтыу булды.

Уның иң яҡын дуҫы, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов әйтеүенсә, Өлфәт Мостафинды иҫкә төшөрмәгән бер генә көн дә булманы:  «Ул шул тиклем тормошто яратты, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе оҙаҡ йәшәй алманы. Уның эштәре лә бөгөн асылған һәйкәл кеүек ҙур күләмле ине». 

Өлфәт Мостафиндың туғандары бөгөн зыяратҡа килеп, мәрхүмде иҫкә алған өсөн бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе.

 

Читайте нас: