12:25 (UTC+5), 24 Августа 2021

Өфөлә умартасыларҙың Халыҡ-ара онлайн-симпозиумы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә 20-21 сентябрҙә умартасыларҙың Халыҡ-ара онлайн-симпозиумы ойошторола. «Умартасылыҡ үҫешенең глобаль трендтары» тигән сара Мәскәүҙә «Апимондия» конгресы ойошторолоуҙың 50 йыллығына бағышлана һәм Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия Секретариаты, Башҡортстан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында үткәрелә.
Симпозиумда Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Улар — бал ҡорттары генетикаһы, сәләмәтлеге, умартасылыҡ иҡтисады өлкәһендә эшләгән ғалимдар, умартасылар.
Шулай уҡ онлайн-симпозиумда Рәсәй төбәктәренең умартасылыҡтағы ҡаҙаныштарын күрһәтергә, уларҙың тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен сит ил баҙарҙарына сығарыу өсөн профилле предприятиелар менән таныштырырға мөмкинлек биргән онлайн-күргәҙмә ойошторола.
Симпозиум үткәргән ваҡытта Рәсәй төбәктәренең умартасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡында видероликтар күрһәтелә.
Халыҡ-ара онлайн симпозиум төп ваҡиғаға — 2022 йылдың сентябрь башында Өфөлә уҙырға тейешле «Апимондия»ның 47-се конгресына булышлыҡ иткән сара булып тора.
Халыҡ-ара онлайн-симпозиумын үткәреү тураһында ҡарар 2020 йылдың ноябрендә ҡабул ителде, ул ваҡытта Апимондияның 47-се конгресын 2022 йылға күсереү хаҡында иғлан ителгәйне. Алдағы симпозиумдың төп маҡсаты – донъя умартасыларының конгресҡа ҡыҙыҡһыныуын уятыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика