Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2021, 09:20

Башҡортостанда никахтарҙы ғәҙәти тәртиптә теркәргә рөхсәт ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда никахтарҙы тантаналы шарттарҙа теркәргә рөхсәт ителде. Коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу 29 ғинуарҙан көсөнә инде.
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, никах теркәү тантанаһына 10 ҡунаҡ саҡырырға мөмкин. Ләкин граждандарға социаль дистанцияны һаҡларға һәм битлек кейергә кәрәк.
Быға тиклем улар 5-тән артмаҫҡа тейеш ине.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, COVID-19 буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле 29 ғинуарҙан республикала ковидҡа ҡаршы башҡа саралар ҙа индерелде.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: