Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2020, 10:32
Өфөлә изоляция режимының йомшартылыуына бәйле йәмәғәт транспортының эш ваҡыты үҙгәрҙе
Олег Яровиков
13 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәт транспортының эш ваҡыты үҙгәрә. Өфө хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбынан маршрут автобустары, троллейбустар һәм трамвайҙар ғәҙәти теҙмә буйынса – таңғы 6-нан төнгө 12-гә тиклем эшләй.
Бынан алда изоляция режимына бәйле баш ҡала властары йәмәғәт транспортының эш ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 майҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың указына республикала юғары әҙерлек режимын йомшартыу хаҡында үҙгәрештәр индерелде.
http://www.bashinform.ru/news/1449343-v-ufe-s-oslableniem-rezhima-samoizolyatsii-izmenilos-vremya-raboty-obshchestvennogo-transporta/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
йәмәғәт транспорты
Читайте нас: