11:25 (UTC+5), 28 Апрель 2020

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы кеүек хәл ҡабатлана

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында коронавирус инфекцияһы Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы сценарийы буйынса таралыуын таныны. Бөгөнгө брифингта Роспотребнадзор вәкиле Венер Изикаев район дауаханаһында 44 пациентта һәм табипта COVID-19 диагнозының раҫланыуын билдәләне. Был республикала сирлеләр һаны буйынса икенсе урын. Беренселә – Өфө (631-ҙән 240 ).
«Унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир сығанағы һаҡлана. Хәл Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында нисек башланған, шуның кеүек, — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. — Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эш ойошторолған. Ошо пациенттарҙы дауалап бөтөргә һәм ике кире һөҙөмтәне көтөргә кәрәк».
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы билдәләүенсә, эпидемиологик тикшереү башланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика