08:30 (UTC+5), 24 Декабрь 2019

Республикала водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән камералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән видеокамералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр. Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был водителдәргә штраф һалмау өсөн кәрәк.
«Был камераларҙы беҙ водителдәргә «һунар итеү» һәм «кеҫә ҡалынайтыу» өсөн ҡуймайбыҙ. Беҙ уларҙы ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ҡуябыҙ. Водителдәрҙе камералар урынлашҡан урындар тураһында даими иҫкәртеү мөһим», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында водителдәрҙе күҙәткән бөтә «оло ағайҙарҙың» адресы яҙылған, шулай уҡ күсмә камералар күрһәтелгән махсус карта төҙөгәндәр. Автоһәүҫкәрҙәргә картаны, айырыуса көн дә йөрөгән машрутты ҡарап сығырға кәңәш бирәләр.
Быйыл юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 2018 йыл менән сағыштырғанда 4,4% кәмегән (4024-тән 3852-гә тиклем), йәрәхәтләнеүселәр – 3,5% (5059-ҙан 4880 кешегә тиклем), ә һәләк булғандар 17,3% аҙайған (510-дан 422-гә ҡәҙәр).
Йыл аҙағынаса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү системалары һанын 226-нан 540 берәмеккә тиклем арттырыу күҙаллана. 2020 йылдың 1 майына хәтлем уларҙың һаны 1000-гә етергә тейеш.
Бынан алда «Башинформ» Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың июнендә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт Советы ултырышында боҙоуҙарҙы теркәү камераларын ҡуйыуға ҙур иғтибар бүлеүе тураһында хәбәр иткәйне.
«Видеокамераларҙы махсус рәүештә йәшерергә кәрәкмәй. Водителдәрҙе тәртипкә өйрәтәһе урынға, һеҙ уларҙы штраф түләргә мәжбүр итәһегеҙ», — тине дәүләт башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика