07:53 (UTC+5), 18 Декабря 2019

Республика дауаханалары йәнә 13 ашығыс ярҙам машинаһын алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан дауаханалары йәнә 13 ашығыс ярҙам машинаһын алды, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Улар – УАЗ шассийы нигеҙендәге В класлы махсус техника. Махсус машиналар каркаслы-панелле технология буйынса йыйылған, наркоз-тын алыу ҡорамалы, носилкалар, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмалары, йылытылмалы юрғандар менән йыһазландырылған.
Яңы автомобилдәр Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына оҙатылды. Ишембай үҙәк дауаханаһы ике ашығыс медицина ярҙамы машинаһын алды.
Быйыл Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 24 тиҙ ярҙам машинаһын ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика