07:55 (UTC+5), 29 Ноябрь 2019

Өфөнән Үзбәкстанға автобус рейстары асыла

uzbektourism.uz
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың декабрендә Үзбәкстандан Өфөгә беренсе автобус рейсы юллана. Бынан тыш, Ташкент һәм Рәсәйҙең тағы 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Новосибирск араһында автобустар йөрөй башлай.
Рейстарҙы «Узавтотранс сервис» компанияһы башҡара. Ташыусы ошо маҡсатҡа 20 миллион күләмендә кредит һәм Ҡытай компанияһынан 150 автобус алған.
Быға тиклем Үзбәкстандан Рәсәйҙең ике ҡалаһына – Түбәнге Новгородҡа һәм Ҡазанға ғына автобустар йөрөй ине.
Өфөнән Ташкентҡа поезда һәм самолетта барып етергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика