07:28 (UTC+5), 11 Сентябрь 2019

Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы

Сергей Мөлөков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Алдынғы бал эшкәртеүселәр, умартасылар һәм ғалимдар ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков хәбәр итте.
Иглин районы умартасыһы Владимир Кугейко умарталығынан алынған йүкә балы сифат өсөн алтын миҙал яуланы. Балауыҙ декоратив шәмдәр ҙә юғары пробалы миҙалдар менән билдәләнде.
«Беҙҙең ассоциация — Рәсәйҙә балдың сифаты өсөн «Апимондия» конгресында алтын миҙалдар алған берҙән-бер ойошма! Башҡортостан умартасылары 2013 йылда — Украинанан, 2015 йылда — Көньяҡ Кореянан, 2017 йылда Төркиәнән наградалар алып ҡайтты һәм, ниһайәт, 2019 йылда Канадала еңде», — тине Сергей Мөлөков.
Беренсе Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы 1897 йылда Брюсселдә уҙған. «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы 1949 йылда Амстердамда XIII Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы ваҡытында ойошторолған. Бөгөн ул донъяның 82 иленән 118 ҡортсолоҡ союзын берләштерә. Ойошманың төп бурысы — бөтә илдәрҙә умартасылыҡтың ғилми, техник һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү. Рәсәйҙән «Апимондия» ағзалары — Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы. 47-се конгресс 2021 йылда Башҡортостанда уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика