11:22 (UTC+5), 26 Августа 2019

Өфөлә башланғыс класс, математика, физика һәм химия уҡытыусылары етешмәй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфө мәктәптәрендә уҡытыусылар менән тәьмин ителеш — 99%. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова белдерҙе. Әлеге ваҡытта баш ҡала мәктәптәрендә 128 уҡытыусы етешмәй. Күпселектә улар — башланғыс класс уҡытыусылары. Шулай уҡ математика, химия һәм физика уҡытыусылары вакансиялары бар.
«Беҙ ошо йүнәлештә эшләүҙе дауам итәбеҙ һәм уҡыу йылы башына ошо бер процентты ябырға тырышырбыҙ, — тип билдәләне Өфө вице-мэры. — Әңгәмәләшеүҙәр көн һайын уҙғарыла. Беҙгә педагогик вуздарҙы, терәк университетты тамамлаусылар килә».
Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, йәш белгестәр мәктәпкә уҡытыусы булып барһа, уларҙың бер тапҡыр бирелә торған пособие алыу мөмкинлеге бар. Яңы эш башлаған уҡытыусының 18 сәғәт менән хеҙмәт хаҡы 20-23 мең һум тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 35 352 һумға тиң.
Шулай уҡ Өфө мәктәптәрендә психологтар етешмәй. Атап әйткәндә, әлеге мәлдә 162-се яңы полилингваль күп профилле мәктәптә (Димдәге «Сағыу» биҫтәһендә) инглиз телен белгән математика, химия уҡытыусылары, логопед урындары асыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика