04:09 (UTC+5), 14 Август 2019

Республиканың алты районында сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Көйөргәҙе, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондарында май-июль айҙарында иҫкән ҡыуан ел һәм тупраҡтың ҡоро булыуы һөҙөмтәһендә сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Ғәҙәттән тыш хәл режимы ағымдағы йылдың август аҙағына тиклем ғәмәлдә була.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн материалдар әҙерләү һәм уларҙы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына тапшырыу бурысы йөкмәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика