12:11 (UTC+5), 13 Августа 2019

Ишембай районында ла балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуын теркәгәндәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда сираттағы тапҡыр балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Был юлы белгестәр Ишембай районының Карасевка ауылы күлендә үле балыҡтар тапҡан. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, һыу өлгөһөн анализлау бысратыусы матдәләрҙең барлығын асыҡлаған, тип хәбәр итә Sterlitamakcity.
«Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор органдары халыҡтың скважина һәм ҡоҙоҡ һыуын тикшереүгә ала. Карасевка һәм Үрнәк ауылдарында һыу билдәләнгән талаптарға тап килмәй тип уйлаған һәр кем Роспотребнадзор органына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Контролдә тотоусы орган һыу өлгөһөн тикшерергә тейеш», — тиелә ведомство белдереүендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы айҙа был — республика һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуының дүртенсе осрағы. Бынан алда Иҙәк йылғаһында, Талбазы ауылы күлендә ошондай хәл теркәлде. Яңыраҡ белгестәр Өфөләге Ағиҙел йылғаһына нефть продукттарының эләгеүен асыҡланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика