13:05 (UTC+5), 30 Июля 2019

Төбәктә 12 ғаилә балаларын Радий тип исемләгән

Учалы гәзите
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Һуңғы туғыҙ айҙа Башҡортостанда 12 ғаилә яңы тыуған малайҙарына Радий тип исем ҡушҡан. Уларҙың берәүһе – Учалы районында Алина һәм Вадим Нәүшербановтар ғаиләһе.
«Учалы гәзите» яҙыуынса, сабыйҙың әсәһе Алина балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, ә атаһы Вадим урман менән шөғөлләнә. Хужабикә улына Радий тип ҡушырға тәҡдим иткән, ә тормош иптәше хуплаған. Радий – уларҙың өсөнсө балаһы, ғаиләлә шулай уҡ 14 йәшлек Урал һәм 11 йәшлек Айгөл үҫә.
«Радийҙың ниндәй вазифа биләйәсәге мөһим түгел, иң мөһиме ул көслө һәм сағыу шәхес булһын», — тип һөйләй Алина Нәүшербанова.
«Башинформ» агентлығына төбәк Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында һөйләүҙәренсә, былтырҙан республикала – Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Баймаҡта, Ишембайҙа, шулай уҡ бер нисә районда 12 бәләкәй Радий теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика