06:55 (UTC+5), 10 Июля 2019

Илдәге иң яҡшы шәфҡәт туташы Күмертауҙа йәшәй

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Илебеҙҙәге иң яҡшы шәфҡәт туташы Күмертау ҡалаһында йәшәй. «Урта медицина һәм фармацевтика белемле иң яҡшы белгес» бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. 2019 йылда һөнәри бәйгегә Рәсәйҙең 56 төбәгенән һигеҙ номинация буйынса 331 конкурс эше килгән.
Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы мәғлүмәттәре буйынса, «Иң яҡшы шәфҡәт туташы» номинацияһында Күмертау дауаханаһы муниципаль-ара медицина онкология үҙәгенең онкология бүлеге шәфҡәт туташы Гөлфиә Әхтәмова беренсе урын алды.
Гөлфиә Әхтәмова онкология бүлегендә 1994 йылдың ноябренән эшләй. «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса юғары квалификация категорияһына эйә. 2017 йылдан Күмертау ҡалаһының күпселек дауаханаларындағы «Универсаль шәфҡәт туташы» проекты өҫтөндә эшләй.
Тәжрибәле шәфҡәт туташы булараҡ, Гөлфиә Әхтәмова студенттарҙың производство практикаһы менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ул ҡала дауаханаһы шәфҡәт туташтарының «Ынйылар» йыр ансамблен етәкләй. Ансамбль бик күп муниципаль һәм республика конкурстары лауреаты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика