12:23 (UTC+5), 03 Июнь 2019

Башҡортостанда йәшәүселәргә Берҙәм транспорт картаһына исем һайларға тәҡдим иттеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Берҙәм транспорт картаһы исеме өсөн тауыш биреүҙәрен йәки икенсе вариант тәҡдим итеүҙәрен һорайҙар. Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының рәсми төркөмдәрендә тәҡдим ителгән ун вариант өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Тәҡдим ителгәндәр араһында — «Арғымаҡ», «Ирәмәл», «Бал ҡорто», «Busинка», «Толпар», ТЭТА. BashCard («Башҡорт арбаһы») алда бара. 10 июнгә тиклем тауыш бирергә була.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт индерелә. Шул ваҡыттан Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ҡала йәмәғәт транспорты һәм ҡала яны бәйләнеше маршруттарында ошо картаны файҙаланырға мөмкин.
1 июлгә бөтә 6200 автобус транспорт терминалдары менән йыһазландырыла. Бөгөнгә 1900 автобус ошондай терминалдар йыһазландырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика