12:28 (UTC+5), 20 Мая 2019

Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы күләмле иҫкәртеү сараһы тураһында иғлан итте

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Йәйге мәктәп каникулдары алдынан, 20 майҙан 7 июнгә тиклем, Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Иғтибар - балалар!» иҫкәртеү сараларын уҙғара. Тәртип һаҡсылары сираттағы тапҡыр өлкәндәргә һәм балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.
«Улар мәғариф учреждениеларында әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса махсус майҙансыҡтарҙа практик дәрестәр үткәрә. Йыйылыштарҙа ата-әсәләр һәм кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар менән аралашҡанда улар бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тураһында мәғлүмәт бирә, махсус видеофильмдар күрһәтә, балалар креслоһын ҡулланырға кәрәклеге тураһында һөйләй», — тип белдерҙеләр Өфө ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Ошо осорҙа ҡала юлдарында юл хәрәкәте, шул иҫәптән автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәргә ҡарата юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының эше көсәйтелә. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр йәйәүлеләр үткәүелендә йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика