89.82
0
«Һәйкәл асыу — ике туғандаш республика өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға. Хәҙер башҡорт һәм татар халҡының яңы дуҫлыҡ символы бар, — тине Радий Хәбиров. — Татарстандан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙың да бөгөн беҙҙең менән ошо шатлыҡты бүлешеүе бик ҡыуаныслы. Ғабдулла Туҡай аҙ, ләкин сағыу ғүмер кисергән, беҙгә бай ижади мираҫ ҡалдырған. Уның ижады шул иҫәптән Башҡортостан менән дә бәйле. Ул башҡорт легендаларын һәм йырҙарын яратҡан, ә ике бөйөк шағир Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриҙың дуҫлығы ике туғандаш халыҡты тағы ла яҡынайтты. Башҡортостанда Туҡайҙы бик яраталар. Беҙҙең Республика Йорто бөйөк шағирҙың исемен йөрөткән урамда урынлашҡан. Йәғни Башҡортостандың төп урамы уның хөрмәтенә аталған. Бөгөн Туҡайҙың кире ҡайтыуы һәм мәңге Башҡортостанда булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостанға рәхим ит, бөйөк Туҡай!».
«Беҙ дуҫтарыбыҙҙы — Башҡортостан Республикаһын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ, — тип сәләмләне йыйылыусыларҙы Рөстәм Миңлеханов. — Бөйөк Ғабдулла Туҡай татар халҡы өсөн генә түгел, бөтөн төрки халыҡтар өсөн күренекле шәхес. Мин республика, Өфө ҡалаһы етәкселенә, халҡығыҙға Туҡайҙың хәтерен мәңгеләштергән һәм ошондай матур урында — театр ҡаршыһында уға һәйкәл ҡуйған өсөн рәхмәт белдерәм».
«Бөгөн әҙәби генә түгел, тарихи байрам да. Күп кенә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары Ғабдулла Туҡайҙы үҙҙәренең уҡытыусыһы тип иҫәпләне, уның ижадында үҫте. Башҡорт ерендә, Өфөлә лә Туҡайға һәйкәл булырға тейеш ине. Беҙ был көндө көттөк, һәм, ниһайәт, ошо көн тыуҙы. Шуның өсөн мин республика етәкселегенә һәм йәмәғәтселеккә ҙур рәхмәт әйтәм», — тип билдәләне тантанала Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин.