Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 11:00

Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Башҡорт педагогия университеты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡара

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Салауат Сәғитов Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын етәкләй.
Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы «Башҡорт дәүләт педагогия университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Салауат Сәғитовҡа бер йылға тейешле тәртиптә ректор билдәләгәнгә тиклем йөкмәтеү тураһында бойороҡ сығарҙы, тип әйтелә документта.
Салауат Сәғитовты коллектив менән таныштырыу йомаға, 9 ноябргә, билдәләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт педагогия университетының алдағы ректоры Раил Әсәҙуллин быйыл сентябрҙә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе вазифаһына һайланыу менән бәйле вазифаһын ҡалдырҙы.
Белешмә. Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ошо уҡ йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтендә төп белгес булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Төрлө йылдарҙа Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, унан һуң комитет рәйесе, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары була. 2010 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте башлығы. 2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, вице-премьер вазифаһын Салауат Сәғитов 2014 йылдың декабренән биләй.
Салауат Сәғитов - Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
http://www.bashinform.ru/news/1236021-byvshiy-vitse-premer-pravitelstva-bashkirii-stanet-novym-vrio-rektora-bgpu/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: