10:10 (UTC+5), 22 Октября 2018

Радий Хәбиров: «Беҙгә, автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?»

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһынан стоп-кадр
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәнә пассажирҙар ташыу именлеге тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Был юлы төбәк етәксеһе «ПАЗ» тибындағы ҡайһы бер маршрут автобустарының башына ҡуйылған газ баллондарына бәйле хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибар итеүҙе һораны.
«Берәй төрлө эҙмә-эҙлекле сәйәсәт уйлағыҙ. Мин газда йөрөү осһоҙ һәм ул яҡшы тормоштан эшләнмәгәнен аңлайым, ләкин башҡа механизмдар уйлап табығыҙ. Мин хәҙер эстетика хаҡында әйтмәйем, ә хәүефһеҙлек тураһында. Тимәк, башҡа транспорт төрҙәре булырға тейеш. Мин әле бер ҡайҙа ла бындайҙы күрмәнем», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө власына һәм республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына яңы механизмдар уйлап табырға һәм улар хаҡында мәғлүмәт еткерергә бер ай бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ял көндәрендә Радий Хәбиров «Вести в субботу» тапшырыуы алып барыусыһы Сергей Брилев менән бергә Өфө маршруткаһында йөрөнө һәм байтаҡ автобустарға газ баллоны ҡуйылғанына иғтибар йүнәлтте.
http://www.bashinform.ru/news/1227417-radiy-khabirov-nam-zhdat-tragediyu-kogda-gazovyy-ballon-sletit-s-avtobusa-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика