13:15 (UTC+5), 22 Октября 2018

Оптималләштереүҙән һуң Өфөлә 1600-гә яҡын автобус, трамвай һәм троллейбус ҡалырға тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 22 октябрҙә Өфө хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығында баш ҡаланың легаль һәм легаль булмаған пассажир ташыусылары менән беренсе кәңәшмә булды. Кәңәшмәне идаралыҡ начальнигы Андрей Федосов үткәрҙе.
«Бындай саралар аҙна һайын буласаҡ, — тип билдәләне Андрей Федосов. — Шулай уҡ пассажирҙар йөрөтөү өлкәһен контролдә тотҡан бөтә күҙәтеү органдары саҡырылған».
Кәңәшмәләрҙә Өфө автотранспортында хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифаты, селтәрҙе оптималләштереү һәм автобустарҙы ҙур форматтағы паркка этаплап алмаштырыуҙы тикшереү күҙаллана, тип һөйләне етәксе.
Баш ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы һүҙҙәренсә, бөгөн 2700 берәмек легаль һәм легаль булмаған ташыусыны алмаштырылырға кәрәк. Оптималләштереүҙән һуң 1600-гә яҡын транспорт, шул иҫәптән 200 электр транспорты һәм 1400 автобус ҡалырға тейеш.
Һуңынан Андрей Федосов журналистарҙан залдан сығыуҙарын һораны, сөнки автоташыусылар менән кәңәшмә ябыҡ форматта уҙҙы.
Легаль булмаған ташыусылар һәм транспорт мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республика Хөкүмәтендәге тәүге оператив кәңәшмәһендә күтәрелгәйне.
Бынан алда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев пассажирҙар ташыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эшсе төркөм ойошторҙо, уға Өфө хакимиәте, ЮХХДИ, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, депутаттар, юристар инде.
http://www.bashinform.ru/news/1227631-posle-optimizatsii-v-ufe-ostanetsya-okolo-1600-avtobusov-tramvaev-i-trolleybusov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика