06:25 (UTC+5), 19 Сентября 2018

Республика Рус география йәмғиәтенең «География — балаларға» тигән яңы социаль проектына ҡушыла

Рус география йәмғиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рус география йәмғиәте яңы социаль проект башлай, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты Николай Касимовҡа һылтанып.
«Беҙ «География — балаларға» тип аталған яңы социаль проект, яңы социаль акция башлайбыҙ. Ул ата-әсәһеҙ ҡалған балалар өсөн махсус программа. Уның сиктәрендә балалар йорттарында Рус география йәмғиәте көндәре уҙа. Уларҙа беҙҙең төбәк операторҙары, йәштәр клубтары ҡатнаша. Бының өсөн күренекле лекторҙарҙы, фотографтарҙы, сәйәхәтселәрҙе йәлеп итәбеҙ. Улар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара», - тине Касимов.
Йәмғиәт мәғлүмәте буйынса, акцияның маҡсаты географияны популярлаштырыуға, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға, балаларҙы тәбиғәтте һаҡлау һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Проект ошо йылдың октябрендә башлана.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә улар был башланғысҡа әүҙем ҡушылыуы тураһында хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1212834-v-bashkirii-podderzhat-novyy-sotsialnyy-proekt-rgo-geografiya-detyam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика