04:20 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Өфөлә һайлау көнөндә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул тауыш биреү өсөн һайлау участкалары менән бер үк ваҡытта асылды һәм 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 6-ға тиклем эшләй. Бында киң мәғлүмәт саралары һайлауҙар барышы тураһында оператив мәғлүмәт ала. Медиаүҙәкте ойоштороусы – республиканың Йәмәғәт палатаһы.
Көн дауамында партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар үтә. Улар һайлауға күпме кешенең килеүе, инвалидтарҙы, барырға юлы ҡыйын булған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙе, тәфтиш изоляторында булғандарҙы, аэропортта һәм тимер юл вокзалында үтеп барыусы пассажирҙарҙы, дауахана пациенттарын, шифаханаларҙа ял итеүселәрҙе тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт бирә.
Республикала күпме кеше тауыш бирергә килгән һәм тауыш биреү барышы хаҡында мәғлүмәтте тура трансляция режимында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан бирәләр. Медиаүҙәктә политологтар эшләй, улар тауыш биреү барышына комментарий бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1207735-v-ufe-v-den-vyborov-rabotaet-obshchestvennyy-press-tsentr/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика