11:39 (UTC+5), 01 Июня 2018

Республикала Мәғарифты үҫтереү институты һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берләштерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республиканың ике өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһы: Мәғарифты үҫтереү институты һәм Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡытыу үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берләштерелә.
Тейешле указға, Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдимен хуплап, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.
Үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар юғары квалификациялы идара итеүсе кадрҙар әҙерләгәндә файҙаланылған уҡытыу, фәнни һәм ойоштороу-методик базаны камиллаштырыу, дистанциялы уҡыу технологияларын һәм электрон уҡытыуҙы ҡулланып, белем биреү процесының заманса моделдәрен индереү өсөн ҡабул ителгән.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен «Электрон белем биреү», «Һанлы иҡтисад» һәм «Һаҡсыл хөкүмәт» йүнәлештәре менән тулыландырырға ҡушылған.
Үҙгәртеп ҡороуҙы 1 октябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
http://www.bashinform.ru/news/1168095-v-bashkirii-institut-razvitiya-obrazovaniya-i-uchebnyy-tsentr-gossluzhby-zanyatosti-naseleniya-priso/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика