08:30 (UTC+5), 20 Апреля 2018

ЗАГС-ҡа ғаризаны туйға тиклем бер йыл алдан тапшырырға мөмкин

Известия
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙәр никах теркәү көнөнә тиклем бер йыл алдан ЗАГС-ҡа ғариза тапшыра аласаҡ. Тейешле закон проектын Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы әҙерләгән, тип хәбәр итә «Известия».
Хәҙер дәүләт хеҙмәттәре сайты аша тантаналы ваҡиға көнөнә саҡлы бер ай йәки иң күбендә ярты йыл алдан ғариза тапшырырға мөмкин. Закон проектындағы аңлатма хатына ярашлы, бындай система ЗАГС-тарға ла, граждандарҙың үҙҙәренә лә уңайһыҙ.
«Был ЗАГС органдарына йөкләнеште һығылмалы көйләргә, граждандарға уларға уңайлы рәүештә никахты теркәү көнөн һәм ваҡытын һайларға мөмкинлек бирмәй», — тиелә документта.
Бынан тыш, ғәмәлдәге нормала теге йәки был әһәмиәтле көндә никахҡа инергә теләүселәрҙең күп булыуы менән бәйле коррупция өлөшө ла бар, тип раҫлайҙар министрлыҡта.
http://www.bashinform.ru/news/1147296-podat-zayavlenie-v-zags-mozhno-budet-za-god-do-svadby/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика